Герб Уфимского райна

Администрация сельского поселения


Дюртюлинский сельсовет


муниципального района Шаранский район


Республики Башкортостан

Шаран районында Алексей Кондратьев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Шаран районы Дүртөйлө урта мәктәбендә ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле ғалим, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы Алексей Кондратьев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, ауыл биләмәһе активистары ҡатнашты.

Таҡтаташты асыу хоҡуғы Шаран район советы депутаты Игорь Фәйзуллин менән уҡыу алдынғыһы Дарина Федотоваға бирелде. Алексей Кондратьев исемен йөрөткән мәктәп коллективы арҙаҡлы яҡташтарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә ғалим исемендәге этнографик музей ҙа эшләй. Дүртөйлө мәктәбендә алты ауылдан 120 бала белем ала.

Алексей Кондратьев – сыуаш халҡы өсөн күп изге эштәр башҡарған шәхес. Үҙ ваҡытында яҡташыбыҙ Өфөлә “Нарспи” этнографик ансамбле ойоштороуға, Бәләбәйҙә сыуаш телендә “Урал сасси” гәзитен асыуға, Стәрлетамаҡ педагогия институты нигеҙендә сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүгә күп көс һала. Беҙ уның тап Дүртөйлөлә тыуғанына ғорурланабыҙ.

Альбина Игнатьева, сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, этнографик музей етәксеһе .

 

Шаран районында Алексей Кондратьев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды