Шарандар эшләй ҙә, күңел аса ла белә
🌐 Шарандар эшләй ҙә, күңел аса ла белә
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Шаран районының Еремкино ауылында «Ҡаҙ өмәһе» милли байрамы үткән. Сара Кәбир һәм Әлфир Әхмәтовтарҙың шәхси хужалығында ойошторолған.
Әхмәтовтар ғаиләһен ауылда тырыш, уңған, ихлас кешеләр итеп беләләр. Улар тыуған ауылдарында бергәләп утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Кәбир Малик улы хужалыҡ эштәрен теүәлләһә, Әлфирә Мәғәсүм ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошона ҡот өрөүсе. Ул үҙ һөнәре оҫтаһы булараҡ, ауылда төрлө мәҙәни саралар ойоштора, тап уның тырышлығы менән халыҡ йолалары һаҡлана.
«Ҡаҙ өмәһе» байрамы алдынан хужалар ҡунаҡтарҙы икмәк һәм сәк-сәк менән ҡаршы алған. Башҡалар ҙа буш ҡул менән килмәгән — тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр бешергән.
Өмәлә ҡатнашыусылар сараның бар шарттарын үтәгән. Урындағы гармунсылар баянда өҙҙөрһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр-таҡмаҡтары күңелдәрҙе күтәреп, эшкә дәртләндергән, кәйеф күтәргән.
Байрам өҫтәле иһә төрлө ниғәмәттәрҙән һығылып торған: быныһы инде йорт хужалары Әхмәтовтарҙың һәм ауыл оҫтабикәһе Кәримә апай Әхмәтованың тырышлығы. Бына ошондай кешеләр ауылдәрға йәм һәм йән өҫтәй ҙә инде.
____________
🌐 Умеют и работать, и отдыхать
В рамках конкурса «Трезвое село» в с. Еремкино прошёл национальный праздник «Каз омэсе». Праздник организовали в личном подворье Кабира и Альфиры Ахметовых.
Семью Ахметовых в селе знают как трудолюбивых, отзывчивых людей. Они в родном селе вместе живут уже более тридцати лет. Кабир Маликович долгие годы добросовестно трудится в хозяйстве, а благодаря высокому профессионализму Альфиры Магсумовны системно проводятся культурные мероприятия в селе, сохраняются традиции, культура жителей села.
На праздник «Каз омэсе» хозяева встретили гостей с хлебом и чак-чаком. Да и гости пришли с пирогами и блинами. Участники мероприятия соблюдали все элементы традиции. Особый колорит мероприятию придавала игра на баяне, звучали задушевные песни и частушки. А за праздничным столом всех ждали самые вкусные угощения — бэлеш, тэбекмэк, приготовленные Каримой Ахметовой.
«Благодарим Ахметовых за организацию столь прекрасного праздника, за душевную теплоту и за любовь к жизни! Желаем вам крепкого здоровья и достатка в доме! Пусть ваше трудолюбие будет примером для всех нас!», — говорят местные жители.
#ВсемирныйКурултайБашкир #Айыҡауыл2021 #ТрезвоеСело2021 #ҡоролтай #Шаран #ШаранскийРайон
п
