“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә өсөнсө йыл рәттән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсын үткәрә.
Бәйгелә республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем һәм эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” исеме өсөн көрәште. Конкурс шарттары буйынса иң күп тауыш йыйған өс конкурсант еңеүсе тип таныла.
«Башҡортостан» гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында Шаран районының Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләйсән Ғибәтова I урын яуланы!
Бәйгелә уның еңеүенә яҡташтары һәм райондаштары ярҙам итте.
Ҡотлайбыҙ, Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы !
“Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсы еңеүсеһе итеп Ләйсән Ғибәтова билдәләнде

