Герб Уфимского райна

Администрация сельского поселения


Дюртюлинский сельсовет


муниципального района Шаранский район


Республики Башкортостан

Ҡәҙерле дуҫтар!

Шаран районының Дүртөйлө ауыл биләмәһе халҡы Башҡортостан республикаһында үткәрелгән төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Йәрәмкә ауылының ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы ауылдаштарының башланғысын, ППМИ-2022 » Закир Һәҙи урамын төҙөкләндереү» проектын хупланылар һәм халыҡтың һаулығын һаҡлай торған «Скандинавларса йөрөү» акцияһын ойошторҙолар. Был сарала Шаран районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Харисова Фәрхизә Бикмырҙа ҡыҙы, Шаран районының ҡатын- ҡыҙҙар советы рәйесе Ғибәтова Ләйсән Нурмөхәммәт ҡыҙы ҡатнаштылар. Байрам сараһының тантаналы өлөшө Закир Һәҙи урамының яҙыусы тыуып- үҫкән Дәүләтовтар йорто янында булды. Тап ошонда барлыҡ проект ҡатнашыусыларын ауыл китапханасаһы Рәзифә Никифорова тағы бер тапҡыр Закир Һәҙинең тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Ошо акцияға БСТ-ның төшөрөүсе төркөмө лә ҡушылды. Улар Йәрәмкә ауыл халҡының башланғысын хупланылар һәм конкурста еңеү теләнеләр. Дуҫтар! Ваҡытығыҙҙы һаулығығыҙ өсөн файҙалы үткәрегеҙ!