Шаранда балалар һәләттәрен күрһәтте
— «Айыҡ ауыл-2023» конкурсы саралары планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар өсөн «Таланттар шоуы» район конкурсын үткәрҙек, тип хәбәр итте Шаран районы Дүртөйлө ауыл советы башлығы Ләйсән Ғибатова. — Балалар үҙҙәрен һәр яҡлап һәләтле һәм оҫта итеп күрһәтте. Бөтә райондан 24 бала ҡатнашты.
Дүрт йәш төркөмө буйынса урындар билдәләнде. Һәр ҡатнашыусыға бағыусыларҙан — Шаран районы депутаты Марсель Мөхәмәтовтан, ауыл биләмәһе депутаты Ильяс Хәйбәрхмановтан дипломдар, сертификаттар һәм татлы бүләктәр тапшырылды.
Сараны художество етәксеһе Зоя Георгиева менән Дүртөйлө ауылы мәҙәниәт йорто коллективы алып барҙы.
— Конкурста ҡатнашыусы балаларға, ата-әсәләргә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм! Ә алда беҙҙе яңы проект, яңы уңыштар көтә! — тип хәбәр итте Ләйсән Ғибатова.
