Шаран районы Дүтөйлө ауылы халҡы:»Айыҡ ауыл»да ҡатнашыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә
Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Айыҡ ауыл – 2023» республика конкурсы сиктәрендә «Юғалғандарҙы ергеҙеү» төбәк-ара форумы үтте.
Форумға күрше райондарҙан, Татарстан Республикаһынан, Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡтар килгән ине. Сарала Шаран районы хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин, «БР муниципаль Берәмектәр Советы» Ассоциацияһының башҡарма директоры Марат Ғәлиуллин, республика клиник-наркология диспансерының клиник-эксперт эштәре буйынса баш табибы урынбаҫары Илдар Мөхәмәтйәнов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Байрам «Акатуй» (Һабантуй) сыуаш милли байрамы менән башланды. Дүртөйлө ауылы халҡы байрамға төрлө милләт — башҡорт, рус, татар, мари ижади коллективтарын саҡырҙы. Форум барышында район Хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин күп балалы ғаиләләргә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
35 градус һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән берлектә ауыл мәҙәниәт йорто алдында һалдат бутҡаһы, ҡоймаҡ һәм сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Артабан форумда ҡатнашыусылар ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған халыҡ ижады күргәҙмәһендә һәм ауылдың моделле китапханаһы менән танышты.
Форум сиктәрендә ауыл урамдары буйлап «Айыҡ водитель» тип аталған махсус автоуҙыш, ауылдың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияла ойошторолдо. Экскурсовод Рәзифә Никифорова ауыл тарихы тураһында һөйләне, ошо ерҙә тыуған лайыҡлы кешеләре менән таныштырҙы. Мәҫәлән, әлеге мәлдә был ауылда107 йәшлек Татьяна Алексеева йәшәй, экскурсовод уның өйөн дә күрһәтте. Экскурсия барышында форум ҡунаҡтары халыҡ инициативаһы буйынса ойошторолған «Самауыр» байрамында ҡатнашты һәм сыуаш халҡының милли ризыҡтарын тәмләм ҡарай алды. Шулай уҡ ҡунаҡтар күп балалы Тимофеевтар ғаиләһе менән осрашты, ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Артабан ҡунаҡтар Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашты. Форум программаһында шулай уҡ көрәш секцияһына йөрөгән балалар менән осрашыу, агрокласс менән танышыу ҙа бар ине. Мәғариф учреждениеһы фойеһында шулай уҡ бер нисә тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Форум мәктәптең уңайлы тамаша залында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһы гимндарын башҡарыу менән тамамланды.
Шулай уҡ был көндө ауылдың бөтә сауҙа объекттарында ауыл халҡы тәҡдиме буйынса спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды.
— Беҙҙең өсөн бәйгелә ҡатнашыуҙың маҡсаты – халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды йолалар буйынса дөрөҫ тәрбиәләү, эскелек, тәмәке тартыу һәм башҡа насар әйберҙәрҙең йоғонтоһонан һаҡлап ҡалыу, – ти Шаран районы Дүртөйлө ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән Ғибатова. – Беҙ ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыуға, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға ҡаралған сараларҙы даими үткәрәбеҙ. Көслө команданың, халыҡтың берҙәм, татыу һәм системалы эшмәкәрлеге яҡшы һөҙөмтәләргә алып киләсәк, тип уйлайым.
Ауыл биләмәһендә тормош уңайлы булһын, халыҡ матур йәшәһен өсөн тырышҡан бөтә ауыл халҡына уңыштар теләбеҙ!
